БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика парламентының башҡа депутттары исеменән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов та хушлашыу телмәре менән сығыш яһаны. Герой менән хушлашырға туғандары, дуҫтары, класташтары, хәрби хәрәкәт ветерандары, ауылдаштары ла килгән ине.
Белешмә:
Ринат Ғиниәтулла улы Фәттәхов Комсомольск ауылында 1978 йылдың 22 ноябрендә тыуған. 1995 йылда мәктәпте тамамлап, 1996-1998 йылдарҙа әрмелә хеҙмәт иткән. Быйыл июнь айында үҙе теләп СВО-ға юлланған. 20 ноябрҙә хәрби задание үтәгәндә геройҙарса һәләк булған, тыуған ауылында ерләнгән.