Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 17:01

Депутаттар Ватан тарихы буйынса һынау тотто

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында “Ватан тарихы буйынса тест” халыҡ-ара акцияһы үтте.

Депутаттар Ватан тарихы буйынса һынау тотто
Депутаттар Ватан тарихы буйынса һынау тотто

Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫарҙары Тамара Танһыҡҡужина һәм Рөстәм Әхмәҙинуров, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова тәбрикләне, тип хәбәр итә парламенттың матбуғат хеҙмәте.

Тамара Танһыҡҡужина белдереүенсә, акцияла ҡатнашыусылар даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара – 2021 йылда теста 50 илдән 1,6 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, тест баһа алыу өсөн түгел, ә тарихи иҫтәлекте һаҡлап ҡалыу һәм халыҡтың Ватан тарихы буйынса белемде камиллаштырыу, тип иҫәпләй. Акцияла студенттар ҙа ҡатнашҡан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: