Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 12:15

Бәләбәйҙәр муттарға бирешеп бармай

Тәүлек эсендә муттар Бәләбәйҙән ун кешене "яҡынығыҙ аварияға тарыны" тигән схема буйынса алдарға маташҡан. Ете пенсионер уяулыҡ күрһәтеп, үҙ аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған. 

1954 йылғы ҡатынға билдәһеҙ номерҙан ялған "ейәнсәре" шылтыратып, илап хәбәрен теҙә башлаған: йәнәһе лә, ул юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған, әлеге ваҡытта дауаханала ята, уға ҡарата енәйәт эшен асмаһындар өсөн тәғәйен кешеләргә аҡса түләргә кәрәк... Илаған тауыш, ысынлап та, ейәнсәренекенә оҡшаған була һәм пенсионер яҡыны өсөн борсолоп, ҡайғыға бата. Ләкин бер аҙҙан үҙен ҡулға алып, ҡыҙына шылтырата, ейәнсәренең хәлен белешә. Ҡыҙы, ейәнсәрең өйҙә, янымда, һине муттар алдарға маташа, тигәс, уяу пенсионер был турала полицияға хәбәр итә. 

Күп тә үтмәй уға йәнә шылтыратып, был юлы бәләгә тарыған "улы" булып һөйләшәләр. Пенсионер, улымдың исеме нисек, тип һорағас, мут бәндә ыҡ-мыҡ килә лә, ниндәйҙер икенсе исемде атай. Ҡатын, юҡ, дөрөҫ түгел, яңылыштығыҙ, тип трубканы һалып, полицияға шылтырата. 

Бәләбәй полицияһы хеҙмәткәрҙәренең мутлыҡтарҙы иҫкәртеү буйынса ҙур эш алып барыуы үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: