Кәстрүлгә 380 мл һыу, 250 мл һут (алма, әфлисун кеүек емештәрҙең) ҡойорға, 300 г шәкәр һәм 140 г кукуруз крахмалы өҫтәргә. Бик яҡшылап болғатып, утҡа ҡуйырға. Болғай-болғай, ҡуйырғансы ҡайнатырға. Масса ҡуйырғас, уға шунда уҡ 3 ҡалаҡ лимон һуты һалырға ла, әкрен утта ҡайнатыуҙы дауам итергә. Болғап тороғоҙ.
10 – 15 минуттан уның төҫө үҙгәрергә тейеш. Шунан уттан алып, теләгән формаға (уға әҙ генә һыу һибегеҙ) һалырға һәм тигеҙләргә. Масса тиҙ генә ҡатасаҡ. Бер сәғәт самаһы бүлмәлә ултырһын.
Тәмлекәстәрҙе ҡырҡып, үҙегеҙ теләгәнсә биҙәгеҙ: шәкәр пудраһында, кокос ваҡтарында (стружки), ваҡланған шоколадта, сәтләүектәрҙә әүәләргә мөмкин.