Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2022, 18:30

Рәсәйҙә бөгөн - Билдәһеҙ һалдат көнө

 Был дата илебеҙ биләмәһендә һәм унан ситтә хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған. Ошо айҡанлы Өфөлә Еңеү паркы мемориаль комплексында сәскәләр һалыу церемонияһы уҙҙы.

Рәсәйҙә бөгөн - Билдәһеҙ һалдат көнө
Рәсәйҙә бөгөн - Билдәһеҙ һалдат көнө

Яу яланында ҡалған геройҙар хөрмәтенә күп милләтле Башҡортостан исеменән Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыусылар араһында төбәк парламенты рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Альберт Маликов, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, төбәк десантсылары һәм спецназсылары ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат Әҙеһәмов, "БР Диңгеҙ йыйылышы" ойошмаһын етәкләгән Юлай Моратов булды.

Бөгөнгө дата 3 декабрҙә юҡҡа һайланмаған. Тап ошо көндә 1966 йылда Мәскәү янында немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы, билдәһеҙ һалдаттың ҡалдыҡтары Мәскәү Кремле янында Александров баҡсаһында тантаналы рәүештә ерләнгән. Ундағы гранит плитәлә ошо һүҙҙәр яҙылған: «Имя твое неизвестно, подвиг твой бессмертен».

Андрей Назаров и гости Общероссийского юридического форума возложили цветы к памятникам генерал-майору Минигали Шаймуратову и «Землякам, ушедшим на фронт» в Уфе

4 декабря в рамках VIII Общероссийского юридического форума «Гуманитарная миссия права – ориентир нашего времени» в Уфе состоялась торжественная церемония возложения цветов к памятникам генерал-майору Минигали Шаймуратову и «Землякам, ушедшим на фронт». В мероприятии приняли участие Премьер-министр Правительства Республики Башкортостан Андрей Назаров, председатель Общероссийской общественной организации «Ассоциация юристов России» Сергей Степашин, председатель Комитета Государственной Думы по государственному строительству и законодательству, Сопредседатель Ассоциации юристов России Павел Крашенинников, первый заместитель Председателя Комитета Государственной Думы по государственному строительству и законодательству, Председатель Башкортостанского отделения Ассоциации юристов России Ирина Панькина, председатель Правления Ассоциации юристов России Владимир Груздев, председатель Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан Константин Толкачев, заместитель Председателя Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан Артур Шайнуров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в