-5 °С
Ясна
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
"Вконтакте"
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2022, 21:00
Ә һеҙҙә "Песенник " дәфтәре булдымы?
Бер аҙ үҫмер саҡтарға ҡайтып,һәр беребеҙҙә булған "Песенник "дәфтәрен иҫкә алайыҡ..."Пишите милые подруги,Пишите милые друзья,Пишите,что вы хотите,Только глупости нельзя!"Мотлаҡ ошоларҙы яҙа инек,Гүйә башҡа һүҙҙәр тыйыла.Йәбештереп матур бер сәскәне,"Песенник" тип яҙып ҡуйыла.Һинең хаҡта бер яҙаһым килде,Тылсымлыҡай дәфтәр "Песенник".Тәүге тәнәфестә һине тотопЙүгерешкән ҡыҙҙар беҙ инек...Их,матур ҙа ине ул дәфтәрҙәр,Бик ҡәҙерле,бик тә яҡындар.,Тәүге хистәр шунда теркәлделәр,Йөрәктәге һөйөү - ялҡындар.,Мәктәп буйлап,кластан - класҡа йөрөпТапшырыла ине йыр -сәләм,Шул дәфтәргә һыйҙы ине буғайБөтә донъя,хатта бар ғәләм!Иң оҡшаған йырҙар,шиғыр юлы,Теләктәрҙе теҙҙек тултырып.Өй эшенән бушай алмағанда,Яҙҙыҡ уны төндә ултырып.Һөйөү һүҙен ошо дәфтәр ашаЕткерәләр ине кем -кемгә,"Песенник"тар тылсым көскә эйәКеүек тойолғандыр һәр кемгә.Тик ике һүҙ ине тыштарында"Песенник "йәиһә "Иҫтәлек "...Онотолмаҫ алыҫ үҫмер саҡтыШул бер дәфтәр менән иҫләрлек. Әнисә Махийәнова.
Ә һеҙҙә "Песенник " дәфтәре булдымы?
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас: