Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2022, 14:00

Дыуанда - ҡот осҡос "ЧП"!

Бында Мәтәле ауылында иртә таң менән янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар килеп етеүгә ут ҙур һарайҙың ҡыйығын тулыһынса ялмап алған булған.

Дыуанда - ҡот осҡос "ЧП"!
Дыуанда - ҡот осҡос "ЧП"!

Шәхси хужалыҡ биләмәһендә урынлашҡан 10*65 метрлыҡ ҡаралтыла мал тотолған. Янғын һүндереүселәр 200 кв.метр майҙанда утты һүндергән. Ярай кешеләр зыян күрмәгән, тик 12 ат һәм ике үгеҙ үлгән.

Әле бында МЧС дознавателе янғын сәбәптәрен тикшерә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: