Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Янғантау" 2020 йылда Рәсәйҙә тәүгә ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде, "Торатау" геопаркы ла быға дәғүә итә.
ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһы был хәрәкәткә әүҙем ҡушылған Башҡортостанды айырып әйтеп үтте. Ошо сәбәпле беҙҙең делегация форумда ҡатнашыу хоҡуғы алған.
Яҡташтар төрлө конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай. Эшлекле программала Өфө фән һәм технологиялар университеты менән ЮНЕСКО-ның БР-ҙағы ассоциацияланған мәктәптәре вәкилдәре ҡатнаша.