Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2022, 13:05

Бөгөн Өфөлә II Мәжитов уҡыуҙары башланды

Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция билдәле археолог, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Сараға Рәсәйҙән һәм яҡын сит илдәрҙән 70-ләгән тарихсы-ғалим йыйылды.

Бөгөн Өфөлә II Мәжитов уҡыуҙары башланды
Бөгөн Өфөлә II Мәжитов уҡыуҙары башланды

Әйҙәүсе фәнни үҙәк етәкселәренең, дәрәжәле ғалимдарҙың сарала ҡатнашыуы Нияз Абдулхаҡ улының ни тиклем абруйлы, халыҡ-ара кимәлдә танылған белгес булыуын раҫлай. Мәжитов уҡыуҙары быйыл «Урта быуат Евразияһындағы күсмә цивилизация» темаһына арнала. Йәй «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала яңы музей өҫтөндә эш башланыуы тураһында иғлан иткәйне. Был форум ошо Евразия күсмә цивилизациялар музейының фәнни нигеҙен булдырыуға тәүге һәм төп аҙымдарҙың береһе буласаҡ.

Башҡортостан – бай тарихлы төбәк. Көньяҡ Урал аша каруан һәм сауҙа юлдары үткән, тел, мәҙәниәт һәм дин менән бергә ҡәүемдәр ҡушылған, башҡорт этносы һәм башҡа милләт формалашҡан. Беҙҙең төбәк борондан төрлө ҡәүемдәрҙе үҙенә тартып торған, цивилизациялар яралған урын булған. Археология ҡомартҡыларына таянып, был турала уҡытыусым Нияз Мәжитов күп хеҙмәттәрендә яҙҙы. Уның эшен әле беҙ дауам итәбеҙ. Беҙҙең алда төрлө ғилми мәғлүмәтте берләштереп, Башҡортостандың тарихта тотоп торған урынын яңы музей аша күрһәтеү бурысы тора. Мәжитов уҡыуҙарына йыйылған ғалимдар ҙа ошо эшкә ҡушылыр, фәнни хеҙмәттәре, кәңәштәре менән ярҙам итер тип көтәбеҙ", - тип хәбәр итте БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм күренекле урындарҙы һаҡлау буйынса советтың Башҡортостан төбәк бүлеге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: