-12 °С
Болотло
Аналитиктар мәғлүмәте буйынса, сентябрҙә айырыуса яңы өлгөргән ҡыяр һәм сөгөлдөр, шулай уҡ кишер һәм помидор ҡиммәтләнгән. Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар уртаса 15,2%, 2,6%, 2,1% һәм 1,9% артҡан һәм 120,97 һум, 25,89 һум, 25,90 һум, һәм бер килограмы 123,88 һум тәшкил иткән.
Башҡортостанда аҡ күсәнле кәбеҫтә (3,4 процентҡа), шымартылған дөгө (2,8), бешкән колбаса (2,4) һәм шоколадлы йомшаҡ кәнфиттәр (2,2%) арзанайған. Хәҙер уның бер килограмы 18,63 һум, 98,19 һум, 391,72 һум, 379,04 һум тора.
Фото: Т. Аманов