Ул биш йыл инде һарыҡ йөнөнән тапочкалар, ҡыҫҡа ҡуныслы быймалар, галоштар эшләү менән шөғөлләнә. Уларға төрлө биҙәктәр һалып, матурлап, бөтә күңелен һалып эшләй. Ғүмер буйы табип булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тотона ул был кәсепкә.
«Был эш миңә бик оҡшай, өҫтәүенә, һатып алған кешеләр ҙә, бик йылы, тип рәхмәт әйтеп китәләр», – тип һөйләй ул үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында.
«Эшләүе ҡыйын түгелеме? Күпме ваҡыт китә?» – ти ҡыҙыҡһынам. «Еңел тип әйтеп булмай инде. Йөндө таҙартырға, әҙерләргә кәрәк. Көнөнә бер пар эшләйем. Көнө буйы булышһаң ғына икәүҙе эшләргә була, әммә ныҡ арыта», – ти ул.
«Тапочкалар бысранһа, кер һабыны менән генә йыуып, аяҡҡа кейеп форма биреп, шунан киптерергә кәрәк», – тип һатып алыусыларға кәңәштәрен дә биреп өлгөрә.
Фото:Ю.Кәримов.