– Был шөғөлдө 2013 йылда башлап ебәрҙек. Билдәле журналист Сәрүәр Сурина Әбйәлилдән Рәсилә тигән апайҙы саҡырып, ул беҙгә шәл һуғырға күрһәтеп, өйрәтеп киткәйне. Башлаған саҡта 10 ҡатын инек, хәҙер дүртәү генә тороп ҡалдыҡ. Кемдәр был шөғөлдө ысынлап оҡшатты, шулар ғына ҡалдыҡ. Хәҙер бөтөн буш ваҡытыбыҙҙы шәл һуғыуға арнайбыҙ, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ, – тип һөйләй Райхана апай Сурина.
– Ауыл кәзәһе дебетын тәүҙә эшкәртәбеҙ, шунан аяҡ орсоғонда иләйбеҙ, шәл ике ҡатлы дебеттан һуғыла. Бер шәл һуғыуға 20 көн ваҡыт китә. Һуғылған шәл бәйләнгән шәлгә ҡарағанда йылыраҡ, сөнки ике ҡат дебеттан тора. Ултырмай ҙа, оҙаҡҡа етә. Беҙҙең Аҡъяр музейында 100 йыллыҡ һуғылған дебет шәл бар. Өйрәнгән ваҡытта уны ла барып ҡараныҡ, – тип һүҙгә ҡушыла Нурсиә апай.
Был апайҙарҙың һәр береһенең шәл һуға торған станогы бар. Уны оҫатбикәләр грант аҡсаһына эшләтеп алғандар.
Фото:Ю.Кәримов.