Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2022, 13:01

Урындағы етештереүселәр өсөн уңайлы сауҙа

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев “Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта сауҙа – 2022” Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Ведомство етәксеһе пленар ултырышта белдереүенсә, бәләкәй форматтағы сауҙаның ыңғай яҡтары етерлек.

Урындағы етештереүселәр өсөн уңайлы сауҙа
Урындағы етештереүселәр өсөн уңайлы сауҙа

Алексей Гусев урындағы етештереүселәргә үҙ продукцияһын һатыу бәләкәй форматлы сауҙала ла уңайлы булыуын белдерҙе. Республикала быйылға стационар булмаған һатыу нөктәләрен 10 мең кешегә 12 объект тура килерлек итеп арттырыу күҙаллана. Әле был күрһәткес 10 меңгә 9. Ә 2023 йылға иһә БР Хөкүмәте, 10 мең кешегә 24 объект булырға тейеш, тигән бурыс ҡуйған.

Тимәк, төпкөл ауыл халҡы өсөн дә бәләкәй сауҙа объекттары буласағына йә автолавка менән тәьмин ителәсәгенә өмөт бар.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: