Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2022, 21:00

Сәләм хаты көнбайыштан...

Сәләм хаты көнбайыштан,Ябай һалдат яҙам һеҙгәЙөрәгемдә булған һөйөүЙәшәргә бит ярҙам итәБында булған мәхшәрҙеЯҙып булмай барыһындаТик белегеҙ, мин яратамБелеүегеҙ етә шуны ундаӘсәй, атай, һөйгән йәрем,Һеҙҙе мин шундай яратамБар уйҙарым һеҙҙең хаҡтаҺеҙҙе уйлап таңдар атаҺеҙҙе уйлап сығып киттемҡулыма алдым мин ҡорал,Тыныслыҡты һаҡлар өсөнОшо көндә һаҡта торамКөт мине һөйөклөм минеңҺинең һөйөү генә һаҡларАлып ҡалыр бар бәләнәнҠалҡан урынына һаҡларЙәнемде, тәнемде минеңҠалҡан урынына һаҡларҺуғыш тигән ғәрәсәттәнҠалҡан урынына һаҡларКөндәр төндәр алышынаИртәләр ҙә ҡыуандырмайБар төҫтәр ҙә тоноҡландыГүзәллек тә һушты алмайЯңғыҙлыҡ йөрәкте өтәТик һиндә генә бар уйҙарТынлыҡ ҡура минең йәндеБыраулай башымды уйҙарБергә булған саҡтарҙың беҙҠәҙерҙәрен ник белмәнекӘрләшмәйсә генә юҡҡаҺөйөү наҙында йөҙмәнекӨмөт сатҡылары ғынаЙондоҙҙай емелдәй күктәҺөйгән ҡыҙым шундай хаттарЯҙып, йәнемде иретә.Яу яланы түгел сәхнәБайрамдар ҙа бында үтмәйУлтырып бер ашарға лаҠайһы саҡта ваҡыт етмәйӘсәй, атай, һөйгән йәрем,Халҡым, илем, ерем, тиепЙән аямай ташланабыҙҺалдат кейемдәрен кейепКомандирҙар алға әйҙәйУт эсенә беҙ керәбеҙТыныслыҡ өсөн ерҙә типБаш һалырға ла әҙербеҙТереләр өсөн, һәм уларКемдәр аямаған үҙҙәренЯҡты киләсәк өсөн дәЙомдо беҙҙең һалдат күҙҙәрен...©Дания Нажметдинова

Сәләм хаты көнбайыштан...
Сәләм хаты көнбайыштан...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: