Кандидатуралар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты тарафынан тикшерелде һәм тәғәйенләүгә тәҡдим ителде, тип хәбәр итә парламенттың матбуғат хеҙмәте.
– Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды үҙ эшмәкәрлеген тамамлай һәм бөтөрөлә, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Уның функциялары өлөшләтә яңы органға Башҡортостан Республикаһы Конституция советына йөкмәтеләсәк. Был орган 2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ. Башҡортостан Республикаһы Конституция советы вазифаларын биләүгә кандидатураларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы тәҡдим итә. Ә һуңғы ҡарарҙы республика парламенты депутаттары ҡабул итә.
Башҡортостан Республикаһы Конституция советы рәйесе вазифаһына әлеге ваҡытта Конституция Суды рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләүсе Хәйҙәр Вәлиевты тәғәйенләргә тәҡдим ителде.
БР Конституция советы рәйесе урынбаҫары вазифаһына – әлеге ваҡытта БР Конституция Суды судьяһы Владимир Крыловтың, Конституция советы секретары вазифаһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы проректоры Светлана Сафинаның кандидатуралары тәҡдим ителде.