Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2022, 11:30

Кейеҙгә яҙыусыларҙың портретын төшөрә

Күргәҙмәлә ысын мәғәнәһендә оҫта ҡулдар йыйылған. Уларҙың эштәренә һоҡланмау мөмкин түгел. Мәҫәлән, Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан Фәүзиә ЙОСОПОВА   һарыҡ йөнөнән төрлө һүрәттәр, түбәтәйҙәр, янсыҡтар, кейеҙҙәр эшләй.

Кейеҙгә яҙыусыларҙың портретын төшөрә
Кейеҙгә яҙыусыларҙың портретын төшөрә

  Мине бигерәк тә уның аҡ кейеҙгә яҙыусыларҙың һүрәттәрен төшөрөүе ҡыҙыҡһындырҙы. Һәҙиә  Дәүләтшина менән Ғөбәй Дәүләтшиндарҙы, Аҡмулланы бик матур итеп килештереп эшләгән. Нисек кейеҙҙә  портреттарҙы  дөрөҫ кенә итеп эшләп була икән, тип ғәжәпләндем, бындай шөғөл менән бер тапҡыр ҙа булышып ҡарамаған кеше булараҡ.

– Минең махсус энәм бар. Бына шуның менән төртөп эшләйем, ҡулым өйрәнеп бөткән инде, – ти ул. Яҙыусыларҙың портреттарнын төшөрөүенең сере ябай ғына икән, Фәүзиә  Рәшит ҡыҙы ауылда китапханасы булып эшләй.

–  Был боронғо шөғөлдө тергеҙеп ебәреүемә, һарыҡ йөнөнөң әрәм итеп, ташлап ҡуйылыуы этәргес биргәндер. Өйрәнеп китеүе еңел булманы, сөнки өйрәтеүсеһе юҡ ине. Ололарҙан һораһам, берәү ҙә белмәй, онотҡандар. Шунан бер журналда йөндән бәләкәй генә сәскә баҫҡандарын  күреп ҡалдым, шуға ҡарап, әкренләп өйрәнеп киттем. Хәҙер мине ауылдарға оҫталыҡ дәрестәренә саҡыралар.  Үҙем башҡаларҙы өйрәтәм.   Был шөғөл миңә бик оҡшай, үҙемдең төп эшемдән буш ваҡытымда тик шуның менән шөғөлләнәм,  —  ти ул үҙенең был кәсепкә тотоноуының сере менән уртаҡлашып.

Фото:Ю.Кәримов. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: