Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2022, 10:40

Интернетта нәфрәт тыуҙырған өсөн штраф түләйәсәк

Өфөлә йәшәүсе  42 йәшлек ир интернетта нәфрәт тыуҙырыусы мәғлүмәт урынлаштырған өсөн штраф түләйәсәк. Был хаҡта Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР идаралығы хәбәр итә.

Интернетта нәфрәт тыуҙырған өсөн штраф түләйәсәк
Интернетта нәфрәт тыуҙырған өсөн штраф түләйәсәк

Ир кеше үҙенең популяр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә кешене һәм кешеләр төркөмөн раса, милләт, дингә ҡарата мөнәсәбәт билдәләре буйынса кәмһетеүсе, шулай уҡ граждандарға ҡарата дошманлыҡ, нәфрәт тойғоһо уятыусы һүрәттәрен урынлаштырған.

 

Суд тарафынан ул ғәйепле тип танылды, уға штраф тәғәйенләнде. Штрафты үҙ теләге менән ваҡытында түләмәгән осраҡта, бурыслыға башҡарыу йыйымын да түләргә тура киләсәк.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в