Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2022, 09:50

Иң оҙон катокты яһай башланылар

Өфөлә дөйөм майҙаны 12 500 квадрат метр булған һырғалаҡ эшләйәсәк.

Иң оҙон катокты яһай башланыларИң оҙон катокты яһай башланылар
Иң оҙон катокты яһай башланылар

Ул “Торатау” Конгресс-холы амфитеатрынан аҫта, Ағиҙел йылғаһы яры буйлап, бер саҡрымға тиерлек һуҙыла.

Бында ике йылы сисенеп-кейенеү, аяҡ кейемдәрен һаҡлау урыны эшләйҙәр. Коньки прокаты ла ойоштороласаҡ. Һырғалаҡта матур яҡтыртҡыстар, музыка халыҡты йәлеп итеп торасаҡ.

Үҙенең тимераяҡтарын алып килеүселәргә – инеү бушлай.

Эш графигын һуңғараҡ хәбәр итәсәктәр.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас