Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2022, 10:25

Фуат Хужахмәтов — ҡумыҙ эшләү оҫтаһы

«Кәсептәр аҙналығы» бөгөн дә эшен дауам итә. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан,  шулай уҡ күрше өлкәләрҙән халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе һөнәрселәр  ҡатнаша.

Фуат Хужахмәтов  — ҡумыҙ эшләү оҫтаһы
Фуат Хужахмәтов — ҡумыҙ эшләү оҫтаһы

 

Мәҫәлән, Ейәнсура районы Яңыбай ауылынан Фуат Хужахмәтов —  ҡумыҙ эшләү оҫтаһы. Күргәҙмәгә ул үҙе эшләгән  ҡумыҙҙарҙы алып килгәйне.

«Ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан килә, ҡәртәсәйем мәрхүмәнең уйнағаны ҡолаҡта һеңеп ҡалған. Үҫкәс инде иң беренсе   Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡумыҙҙа уйнағанын күрҙем. Ауылға концерт менән килгәйнеләр, ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа уйнаны ул. Был 60-сы йылдар ине.  

Колхозда эшләй башлағас, «Шәүрәкәй» спектакле менән Ғәфүр Шәрипов  килде ауылға.  Ул  ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте, уның нимәнән, нисек эшләнеүе тураһында һөйләне, беҙҙе лә уйнарға өйрәтте һәм һатып алырға тәҡдим итте.  Бала саҡ хыялым булғанлыҡтан, күп уйлап тормай, һатып алдым. Күпмелер ҡулланғас, ҡумыҙҙың теле һынып сыҡты. Шул ваҡытта Ғәфүр Шәриповтың нисек эшләргә өйрәткәне иҫкә төштө, бер салғыны «ҡорбан» итеп, телен эшләп алдым да, шунан үҙем дә ҡумыҙ эшләй алам бит, тип, был шөғөлгә тотоноп киттем.  Шулай итеп, 89-сы йылдарҙан башлап был минең яратҡан шөғөлөмә һәм кәсебемә әүерелде. Роберт Заһретдиновҡа ла минең ҡумыҙҙарымды күрһәткәндәр, һуңынан ул үҙе лә минән күпләп һатып алды», – тип һөйләне Фуат ағай үҙенең эштәре менән таныштырып. 

Фото:Юлай КӘРИМОВ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: