Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2022, 07:16

Бына исмаһам оҫтабикә

Йылайыр районынан 73 йәшлек  Рәйсә апай Янбаеваның   уңғанлығына, оҫталығына хайран ҡалырлыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бына исмаһам оҫтабикәБына исмаһам оҫтабикә
Бына исмаһам оҫтабикә

 Матур итеп шәлдәр ҙә бәйләй, сигеүҙәр ҙә сигә, башҡорт милли кейемдәре лә тегә.  Ауылда клубҡа, ағинәйҙәргә боронғоса билләп, башҡорт күлдәктәре тегә. Күргәҙмәгә лә ул үҙе теккән башҡорт күлдәген, камзулын кейеп, яулығын ябынып килгәйне.

 – Шәлде мин кеше кеүек бәйләмәйем, ә мөйөшөнән башлайым һәм  ике яҡлап ҙурайта барам.  Һуңынан иһә ике ситенән кәметәм. Башҡорт орнаменттары  менән биҙәп бәйләйем. Элек шәл бәйләп һата торғайным, хаҡы сыға торғайны. Хәҙер хаҡы сыҡмай, – тип һөйләй ул йәштән үк был шөғөл менән мауығыуы хаҡында.  

 Рәйсә апай бигерәк тә сигергә ярата. Матур итеп сигелгән таҫтарҙарын да күрһәтте ул миңә. Ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ: бер йөйө лә юҡ, шунда шыма һәм оҫта итеп, ситтәрен ынйылар менән биҙәп тороп, матур итеп сиккән.  

Фото:Ю.Кәримов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина