Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2022, 15:25

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре 6 йәшлек баланың үлеме арҡаһында шартлы срокка хөкөм ителде

  Фажиғәнән һуң йыл ярым үткәс, суд Хәйбулла районының Аҡъяр ауылын һаҡлау буйынса янғын-ҡотҡарыу часының ҡарауыл начальнигына хөкөм ҡарары сығарҙы.

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре 6 йәшлек баланың үлеме арҡаһында шартлы срокка хөкөм ителде
Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре 6 йәшлек баланың үлеме арҡаһында шартлы срокка хөкөм ителде

Ул “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең һаулығына ауыр зыян килтереү йәки үлеменә килтергән иғтибарһыҙлыҡ”та ғәйепле, тип танылды. Һүҙ 6 йәшлек малайҙың үлеме тураһында бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре йыл ярым һынау срогы менән шартлы рәүештә 3 йылға хөкөм ителде. Бынан тыш, уға йыл ярым етәксе вазифаларын биләү тыйыла. Тикшереү барышында хөкөм ителеүсе зыян күреүселәргә әхлаҡи компенсация сифатында 2 миллион һум аҡса түләгән.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: фажиғә 2021 йылдың авгусында уҡ теркәлгән. Ул саҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре ҡул аҫтындағылары менән бергә Аҡъярға янғынға килә. Утты һүндергән саҡта улар гараждан еңел тоҡанып китеүсе матдә һалынған мискәне сығарған, уны һөҙөмтәлә ташлағандар. Шул уҡ көндө кисен мискәләге матдәгә ут ҡаба. Эргәһендә уйнап йөрөгән 6 һәм 7 йәшлек ике баланың тәндәре 90 һәм 50 процентҡа бешә. Алты көн үткәс, алты йәшлек малай дауаханала вафат була.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: