Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2022, 16:25

«Алданған өлөшсө»ләр һаны әкренләп кәмей

Ошо көндәрҙә Өфөлә 14 ғаилә бик оҙаҡ көткән фатир асҡысын алды. Уларға намыҫһыҙ компаниялар булмаған торлаҡ комплекстарынан фатир “һатҡан”.

«Алданған өлөшсө»ләр һаны әкренләп кәмей
«Алданған өлөшсө»ләр һаны әкренләп кәмей

«Капитал-Хаус», «Диал», «Спектр» кеүек компаниялар байтаҡ кешенең сәсен ағартҡандыр. Эшләп тапҡан аҡсаһын яңы фатир алам, тип һалған халыҡ алданыуын һиҙмәй ҙә ҡалған.

Әлеге ойошмаларҙан “алданған өлөшсө”ләрҙең хоҡуҡтарын махсуслаштырылған «Агидель-ИнвестСтрой» компанияһы тергеҙгән. Ул БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән берлектә ҙур инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра.

«Агидель-ИнвестСтрой» компанияһының генераль директоры Филүс Ишбулатов белдереүенсә, ҡайһы берәүҙәр фатирын 16 йыллап көткән. Улар майҙа ла бер нисә алданыусыға фатир төҙөп биргән.

Әйткәндәй, был йыл башынан алып республикала 2000-дән ашыу “алданған өлөшсө”нөң хоҡуғы тергеҙелгән, улар йә фатир алған йә торлаҡ өсөн компенсация.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: