Взвод командиры булған яҡташыбыҙ бер нисә яугир (теүәлерәк әйткәндә, бөтәһе дүрт кеше булғандар) менән разведкаға барған һәм ВСУ-ның ете кешенән торған диверсия-разведка төркөмөнә тап булған.
Ренат Алиев оборона тотҡан. Дошмандың алты һалдаты юҡ ителгән, берәүһен Ренат ҡоралһыҙландырып, әсиргә алған һәм штабҡа килтергән. Был турала "Башинформ" агентлығы яҙа.
Афарин! Һәр ваҡыт уяу һәм батыр булығыҙ! Иҫән-һау ҡайтығыҙ!
Фото: видеонан скриншот.