Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2022, 17:19

Заказсыларға һәм тәьмин итеүселәргә – вебинар

БР Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты «РАД» электрон сауҙа майҙансығы менән берлектә республика заказсыларына һәм тәьмин итеүселәргә методологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында вебинар үткәрә.

Заказсыларға һәм тәьмин итеүселәргә – вебинар
Заказсыларға һәм тәьмин итеүселәргә – вебинар

Сара 2 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә үтәсәк.

– Дәүләт комитеты 44-се федераль закон буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт заказсыларына методологик ярҙам күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлә, даими рәүештә республиканың һәр министрлығы һәм ведомствоһы тарафынан милли режим буйынса һатып алыуҙарҙың ҡануни билдәләнгән нормативына өлгәшеү буйынса эш алып барыла, - тип билдәләне БР Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Бушлай ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк.

Вебинар программаһына түбәндәгеләр инә:

1) РАД электрон майҙансығында эшләү үҙенсәлектәре: 44-ФЗ буйынса заказсылар өсөн өҫтәмә сервистар һәм функциональ мөмкинлектәр;

2) Һатып алыуҙар өлкәһендә милли режим - дөйөм ҡағиҙәләр һәм талаптар;

3) Һатып алыуҙарҙы тормошҡа ашырғанда милли режим буйынса норматив-хоҡуҡи акттарҙы ҡулланыу үҙенсәлектәре.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: