"Әсә йөрәге "
Моңһоу күҙен алыҫтарға төбәп,
Кемде көтә әсә күҙҙәре?
Юҡ,уфтанмай,йәлләтмәй ул үҙен,
Ғүмер теләй бары балаһына,
Уйҙарында әсә йөрәге.
Әсә күңелдәрен бушлыҡ алды,
Һағынды шул ғәзиз балаһын.
Уҡый - уҡый изге доғаларын,
Балаһының киткән юлдарынан,
Көтә төбәп йәшле күҙҙәрен.
Күҙ ҡараһы кеүек кенә һаҡлап,
Үҫтерҙе шул ғәзиз балаһын,
Булыр тиеп ҡартлыҡ терәге,
Балаҡайым иҫән генә бул тип,
Өҙөләлер әсә йөрәге.
Ҡанат аҫтарыңа алсы "Аллам "
Һәр әсәнең ғәзиз балаһын.
Ҡурсаласы зинһар,яҡла,һаҡла,
Һәр балаға ебәр фәрештәң,
Сит ерҙәрҙә башын һалмаһын.
Үтенәмен,Аллам!!!
Сабырлығың бирсе Әсәләргә,
Әсе күҙ йәштәрен түкмәһен.
Ярҙамыңдан зинһар ташламасы,
Мәңгелеккә берүк айырмасы,
Ғәзиз балаларын Әсәнән!
Иҫән -имен ҡайтһын һәр балаң!!!
Фәнирә Л.Б 30.11.2022.