Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2022, 16:03

Күргәҙмәләге тауарҙарҙан күҙҙәр ҡамаша

Бөгөн Өфөлә  ВДНХ-Экспо майҙанында  күптән матур традицияға әүерелгән “Кәсептәр аҙнаһы” тип аталған күргәҙмә эшләй башланы.

Күргәҙмәләге тауарҙарҙан күҙҙәр ҡамаша
Күргәҙмәләге тауарҙарҙан күҙҙәр ҡамаша

 

   Ул 3 декабргә тиклем дауам итә. Күргәҙмәләр йыш ойошторолоп тора республикабыҙҙа, әммә бының кеүек бай һәм сағыуын осратыуы ҡыйын. Шуға ла йыл һайын халыҡ та күпләп ҡатнаша, улар оҫталар тыуҙырған матурлыҡҡа һоҡланып ҡалырға, үҙенә оҡшаған әйберҙе һатып алырға тырыша.

 Күргәҙмәлә ниндәй генә әйберҙәр юҡ: ағастан юнып эшләнелгән, таштан биҙәлгән, кейеҙҙән һуғылған, бәйләнгән, тегелгән, талдан үрелгән .... Уларҙың һәр береһе иҫ киткес матур һәм   күңел йылыһы һалынып эшләнеүе  күренеп тора. Уларға ҡарап, республикабыҙҙа шул тиклем оҫта ҡуллы халыҡ йәшәүенә тағы бер тапҡыр инанаһың.  Был күргәҙмә халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен терегеҙеүгә лә ҙур өлөш индерә.

Фото:Юлай КӘРИМОВ.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: