-3 °С
Ҡар
Ир-егеттәр утынды бысып ярҙы, ҡатын-ҡыҙҙар арбаға тейәне, үҙ техникаһы менән сыҡҡан егеттәр утынды апайҙарҙың ишек алдына ташыны. Егеттәрҙең әсәйҙәре изге эш башҡарыусыларҙы йылы сәй менән һыйланы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Эйе, нәҡ ошондай ҡатмарлы ваҡытта кемдең кем икәне беленә. Ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарға изгелектәре үҙҙәренә икеләтә әйләнеп ҡайтһын тигән теләк тә ҡалабыҙ.
Ысынлап та, изге эш башҡаралды. Ауылымдың әүҙем, берҙәм ир-егеттәренә, ҡатын-ҡыҙҙарына ҙур рәхмәт! Шулай берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! Егеттәребеҙ тыуған ерҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтһындар!