Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2022, 10:50

Өфөлә йәшәүсе бурысы арҡаһында шәп сит ил автомобиленән ҡолаҡ ҡаҡҡан

Һалымдар һәм административ штрафтар буйынса 500 мең һумға яҡын бурысы өсөн суд приставтары Өфөлә ирҙе ҡыйбатлы автомобиленән мәхрүм итте, тип хәбәр итә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.

Өфөлә йәшәүсе бурысы арҡаһында шәп сит ил автомобиленән ҡолаҡ ҡаҡҡан
Өфөлә йәшәүсе бурысы арҡаһында шәп сит ил автомобиленән ҡолаҡ ҡаҡҡан

Ирҙең 380 мең һумға һалым органының – 16, шулай уҡ 93,5 мең һумға ЮХХДИ-ның 115 түләнмәгән ҡарары булған. Был Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автоһәүәҫкәрҙең документтарын тикшергәндә асыҡлана.

 

Урынға шунда уҡ Орджоникидзе районы бүлексәһенең суд приставтары хеҙмәткәрҙәре саҡыртылған. Улар бурыслының мөлкәтен ҡулға алған  һәм махсуслаштырылған туҡталҡаға оҙатҡан.

 

Бурыстар артабан да  түләмәгән осраҡта, ирҙең  машинаһы һатыуға ҡуйыласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: