Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2022, 07:05

Декабрь айында юбилейҙар

2 – тарихсы, журналист, шағир, та­рих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем би­реүҙең почетлы хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты Фәнил КҮЗ­БӘКОВҠА− 70 йәш (1952).
4 – яҙыусы, Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йыһат СОЛТАНОВҠА − 90 йәш (1932).
5 – бейеүсе, башҡортостандың ха­лыҡ артисы, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Риф ҒӘБИТОВҠА – 70 йәш (1952).
8 – драматург, балалар яҙыусыһы, Зәйнәб Биишева, Мифтахетдин Аҡ­мулла, Шәһит Хоҙайбирҙин  исе­мен­дәге премиялар лауреаты, Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр СУРИНАҒА  −  65 йәш (1957).
15 − Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры хеҙмәткәре Рәмилә ҠОБАҒОШОВАҒА – 65 йәш (1957).
– композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал ИҘЕЛ­БАЕВҠА – 50 йәш (1972).
16 – Башҡортостанда Социалистик Хеҙмәт Геройы  исемен алған тәүге ҡатын-ҡыҙ Банат БАТЫРОВАНЫҢ тыуыуына – 120 йыл (1902 – 1970).
– дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, РФ Федерация Советының Фән, мәға­риф, мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә ҒҮМӘРОВАҒА – 50 йәш (1972).
20 – әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Әнүр ВАХИТОВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1932 – 1984).
27 – Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса БАКИРОВАҒА – 75 йәш (1947).
30 – ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты Диҡҡәт БУРАҠАЕВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1932 – 1981).

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: