Был проект профориентация буйынса мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итә. Һанлы платформала республиканан 30 меңдән ашыу уҡыусы теркәлеп, уларҙың 30 проценты һөнәри йүнәлеш буйынса диагностика үткән, 8000 самаһы профессиональ кәңәштәр алған.
1 – 20 октябрҙә төрлө муниципалитеттан 15 мең уҡыусыға һөнәр һайлауға бәйле махсус дәрестәр үткәрелгән. Тотош октябрь айында Өфө балалары ла “Киләсәккә билет” сериалын ҡараған.
«Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы базаһында үткән сараларҙа 5000 уҡыусы ҡатнашҡан, 54 колледжда, ике вузда 4500 йәш кеше өсөн һөнәр һайлау буйынса һынауҙар ойошторолған.
«Киләсәккә билет» проектында ил буйынса 1,3 миллион уҡыусыға профориентация программаһында ҡатнашыу бәхете тейгән.
Әйткәндәй, был проект Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Фото: БР Хөкүмәтенән.