Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2022, 14:58

«Алға»ла эштәр алға бара

Ошо көндәрҙә айырым иҡтисад зонаһының 1-се етештереү майҙаны территорияһын электр менән тәьмин итеү буйынса эш тамамланған. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Аркада» һәм «ЗуР» компаниялары электр селтәренә технологик йәһәттән тоташтырылған.

«Алға»ла эштәр алға бара
«Алға»ла эштәр алға бара

Бында майҙа тышҡы һәм эске майҙан инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөү ҙә башлаған, ә 2-се майҙансыҡта был йәһәттән проектлау башланасаҡ. 3-сө майҙансыҡта проект-смета документацияһы эшкәртмәһен әҙерләү тамамланған, 4-се майҙансыҡта ла тышҡы һәм эске инженер, транспорт инфраструктураһын проектлайҙар. 2-се, 3-сө, 4-се майҙансыҡтарҙың сигенә тиклем юғары баҫымлы газ үткәргесен төҙөү тамамланған.

Ҡыҫҡаһы, “Алға” айырым иҡтисад зонаһы үҫеүен дауам итә. Ул республиканың иң уңышлы иҡтисади проекттарының береһе тип танылды.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: