-5 °С
Болотло
"Абҙаҡ" тау саңғыһы комплексы "Урал федераль округының иң яҡшы тау саңғыһы курорты" номинацияһында еңеү яуланы.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, әле республикала 14 тау саңғыһы үҙәге бар, уларға миҙгелдә 800 меңдән ашыу кеше килеп китә.
Конкурста Рәсәйҙең 85 төбәгенән 220 тау һәм тау саңғыһы курорты ҡатнашҡан.
Еңеүседәр араһында Мәскәү янындағы «Волен-Степаново» паркы, Мурманск өлкәһендәге Большой Вудъявр, Сочиҙағы «Газпром» тау саңғыһы-туристик үҙәге, Ҡарасай-Черкестағы «Архыз» курорты бар.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.