Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 09:30

Юл йөрөүгә ташламалар ҡаралһа...

Ташламаға эйә булғандар дауаланыу урынына барғанда һәм ҡайтҡанда түбәндә атап үтелгән ҡала-ара транспорты менән бушлай файҙалана ала.

Юл йөрөүгә ташламалар ҡаралһа...
Юл йөрөүгә ташламалар ҡаралһа...

  Тимер юл транспорты - төрлө категориялы поездар, шул иҫәптән фирма поездары (башҡа категория поездарында йөрөү мөмкинлеге булмаған осраҡтарҙа). Һәм, ике урынлыҡ купелы вагондарҙан йәки юғары уңайлыҡтағы вагондарҙан тыш, бөтә категориялағы вагондар.
  авиация транспорты (эконом класлы) - тимер юл бәйләнеше булмағанда, йәки авиаосош хаҡы тимер юл транспортындағыһына ҡарағанда арзан булғанда. Шулай уҡ инвалидтың йәки инвалид баланың арҡа мейеһе сире йәки ул йәрәхәтләнгәндә авиаосош ҡаралған.
  дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль транспорты.

Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы сиктәрендә шифахана-курорт дауалауы оҙайлығы - 18 көн, инвалид балалар өсөн - 21 көн, арҡа һәм баш мейеһе сирҙәре һәм йәрәхәте эҙемтәләре булған инвалидтар өсөн - 24 көндән алып 42 көнгә тиклем.

Ташламаға эйә булған граждандарҙы путевкалар менән РФ Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе тәьмин итә.

Ентеклерәк мәғлүмәт - Рәсәй Федерацияһының Социаль страховка фонды сайтында: https://r02.fss.ru/206586/206591/index.shtml

 

Сығанаҡ: Аңлатабыҙ, Башҡортостан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: