Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 21:30

Уйын эшмәкәрлеге аша бала шәхесенең үҫеүе

Баймаҡ районының Билал ауылы балалар баҡсаһында тап ошондай исем аҫтында район семинары үтте.

Уйын эшмәкәрлеге аша бала шәхесенең үҫеүе
Уйын эшмәкәрлеге аша бала шәхесенең үҫеүе

Сараны асҡанда мәктәп директоры Айнур Әминев тәрбиәселәргә уңышлы эш көнө теләне. Мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәселәренең методик ойошма етәксеһе Динара Йәнтүрина сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.

Семинар бер нисә өлөштән торҙо. Тәүге өлөшөндә мәктәпкәсә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мәрйәм Мәхмүтова, балалар өсөн бик күп йырҙар ижад итеүсе, яҡташ композитор Вилүр Мәүлитов менән осрашыу үткәрҙе. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, композиторҙың "Әсәйем", "Бесәйем", семинарҙа ҡатнашыусылар "Телефон" йырҙарын бик оҫта башҡарҙы. Мәктәптең "Йәйғор" бейеү ансамбле етәксеһе Дилара Сәлимйән ҡыҙы кескәйҙәргә "Сәскә менән күбәләк" йырына бейеүе һалған.

Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилбәр Сәғитова Билал, Өмөтбай, Күгиҙел ауылдарындағы балалар баҡсаһының эштәренә йомғаҡ яһаны, эштәрен интерактив таҡтала күрһәтте. Күгиҙел балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Мәһәҙиева Айгөл "Уйын эшмәкәрлеге аша бала шәхесенең үҫеүе" тигән темаға доклад менән сығыш яһаны. Ысынлап та, уйындар балаларҙы күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтияр көсөн яҡшырта, физик яҡтан нығыта. Шуға күрә, семинарҙың тағы ла бер өлөшөндә балалар өсөн уйындарға иғтибар бүленде. Уйын үтәсәк бүлмәне "Ҡурай" кафеһы итеп биҙәгәндәр. Бында барыһы ла кафелағы кеүек. Ап-аҡ халат, башлыҡ кейгән ашнаҡсы (Юлиә Билалова), официантка (Зәлифә Мырҙағилдина), кассир (Мәрйәм Мәхмүтова). Меню тик башҡорт милли аш-һыуынан ғына тора. Нимәләр генә юҡ кафела! Сәк-сәк, бауырһаҡ, һәр төрлө бәлештәр, тултырма, ҡаҙы, бишбармаҡ, буҙа, ҡымыҙ... Тик, быларҙың барыһын да балалар, тәрбиәселәре ярҙамы менән бергәләп эшләгән. Уның өсөн пластилин, төҫлө ҡағыҙҙар, фетр, тоҙло ҡамыр ҡулланғандар.

Кескәйҙәргә генә түгел, башҡа ауылдан килгән тәрбиәселәр өсөн дә халыҡ уйындары уйнатылды, улар уйындарҙа бик ихлас ҡатнашты.

"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе!", - ти тәрбиәселәр.

Билал балалар баҡсаһы тәрбиәселәре теманы бик уңышлы һайлаған. Ысынлап та, беҙ, кескәйҙәргә, йәш быуынға халыҡ йолаларын, кәсептәрен, ғөрөф-әҙәттәрен ҡалдырырға, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты онотмаҫҡа, юғалтмаҫҡа, һаҡларға, үҫтерергә бурыслыбыҙ! Ә инде өҫтәлебеҙгә килеп ҡунаҡлаған ризыҡтарға күңел күҙе аша ҡарарға өйрәнәйек. Милли аш-һыу әҙерләнгән өйҙә ҡот уйнар, уны ашаған балалар һау-сәләмәт булыр, башҡортомдоң милли йолалары юғалмаҫ, тигән өмөттә ҡалабыҙ! Милли аш-һыуҙарыбыҙ һәр табынды биҙәһен!

Райхана Булатова,

Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: