ЮХХДИ инспекторҙары, БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары, “Берҙәм Рәсәй” партияһы, ”Һуҡырҙар йәмғиәте” вәкилдәре ҡатнашлығында үткән рейдта баш ҡаланың ҙур сауҙа йорто янындағы туҡталҡа тикшерелде. Инвалидтарҙың автомобилдәре йә башҡа саралары өсөн тәғәйенләнгән урындар барыһы ла тулы ине. Тик унда тәғәйен кешеләрҙең түгел, ә ғәҙәти граждандарҙың машиналары ҡуйылған. Законһыҙ парковка өсөн штраф – 5000 һум. Әммә инспекторҙар штраф яҙа алмай. Сөнки водителдәр уларҙы күреүгә машиналары янына килмәй ҙә ҡуя. Эвакуатор ҙа алып китә алмай.
Ошондай рейдтарҙы белгестәр йыш үткәрә. Шуныһы үкенесле: күп кеше ҡағиҙәләрҙе үтәмәй, инвалидтарҙың урынын ала.
Фото: БР йәмәғәт палатаһы.