Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 16:40

Саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткәндәргә

  Саҡырылыш буйынса хеҙмәт итеп, запасҡа сыҡҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр ниндәй социаль гарантияларға эйә?

Саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткәндәргә
Саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткәндәргә
Саҡырылыш буйынса хеҙмәт итеп, запасҡа сыҡҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр ниндәй социаль гарантияларға эйә?

  саҡырылышҡа тиклем эшләгән дәүләт ойошмаларына һәм биләгән вазифаһына эшкә инеү хоҡуғы (хеҙмәттән һуң 3 ай эсендә)

  саҡырыу буйынса хеҙмәт итеү ваҡыты дөйөм хеҙмәт стажына индерелә (1 көнлөк хәрби хеҙмәт 2 эш көнө тип иҫәпләнә)

  тәүләп хужалыҡ ойоштороуға матди ярҙам алыуға хоҡуҡлы (1 йыл эсендә элекке эш урынына кире ҡайтҡан осраҡта)

  хеҙмәткә тиклем уҡыған белем биреү ойошмаһында уҡырға хоҡуҡлы (уҡыған ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар өсөн)

  федераль бюджет иҫәбенә юғары уҡыу йорттарының әҙерлек бүлегенә ҡабул итеүгә хоҡуҡлы (саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткәндәр һәм командирҙарҙың тәҡдиме буйынса уҡырға инеүселәр өсөн)

Призывниктар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн булдырылған ҡыҙыу линия телефоны буйынса өҫтәмә һорауҙар бирергә мөмкин:

  8 (347) 228-02-92 – Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатындағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе (эш көндәрендә - сәғәт 9.00-ҙан 19.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә - сәғәт 10.00-дан 17.00 сәғәткә тиклем)

  8 (347) 253-13-48 – Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатындағы граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге (эш көндәрендә - сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем)

  122, өҫтәмә номер 1 – Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге (көн һайын - 8.00-20.00 сәғәттәрҙә)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в