Сара барышындағы «түңәрәк өҫтәл» эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Сергей Степашиндың, РФ Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйестәше Павел Крашенинниковтың, Рәсәй Юристар ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздевтың, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡатнашыуы көтөлә.
«Түңәрәк өҫтәл»гә шулай уҡ Башҡортостан юристары, Рәсәй юристар ассоциацияһы ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған.
Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 15 йыл эшләү дәүерендә республиканың 45 мең самаһы кешеһенә бушлай юридик консультациялар күрһәткән. Шул иҫәптән 2022 йылда 5 мең кешегә хоҡуҡи ярҙам күрһәтелгән. Бүлексәнең иғтибары быйыл мәжбүри күскенселәр менән эшләүгә йүнәлтелде. Улар өсөн хоҡуҡи брошюра сығарылды, унда Рәсәй гражданлығын алыу буйынса аңлатмалар бирелде, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мәғлүмәт күрһәтелде. Йәш юристар ваҡытлыса тороу пункттарында булды, күскенселәр өсөн лекциялар үткәрҙе. Был брошюраны нәшер итеү өсөн Петербург юридик халыҡ-ара форумында Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнде. Сөнки төбәк бүлексәһе Рәсәйҙең яңы граждандары өсөн ошондай мөһим һәм кәрәкле эшкә беренселәрҙән булып тотондо
– Гуманитар хоҡуҡи ярҙам – ул социаль әһәмиәтле йүнәлеш, уны киң йәйелдерергә кәрәк. «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар менән ҡасаҡтарҙың күпләп килеүен һәм кешеләрҙең Рәсәй гражданлығына инеүен иҫәпкә алып, илдең һәм төбәктәрҙең гуманитар сәйәсәтен, шулай уҡ Рәсәйҙең хоҡуҡи киңлеген һаҡлау мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ, – тип форум тураһында аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.