Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 11:40

Һәр дүртенсе кеше сихыр, боҙомға ышана...

Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеүсе үҙәк (ВЦИОМ) белгестәре тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәләр бик ҡыҙыҡ.

Һәр дүртенсе кеше сихыр, боҙомға ышана...
Һәр дүртенсе кеше сихыр, боҙомға ышана...

Тикшеренеүҙәргә ярашлы, беҙҙең илдә йәшәүселәрҙең 25 проценты сихыр-боҙомға ышана. Хатта “типик ышаныусы”ны ла һүрәтләгәндәр. Ул 45 йәштән өлкән, урта-һөнәри йә түбәнерәк белемле, ҙур булмаған тораҡ пунктта (100 меңдән әҙерәк кешеле) йәшәгән, телевизорҙы күп ҡараған ҡатын-ҡыҙ, имеш.

Ир-ат һәм йәштәр, Мәскәү, Питер халҡы “колдун”дарға ышанып бармай. Һорашыуҙар күрһәтеүенсә, ирҙәрҙең – 61, йәштәрҙең – 65, интернетты әүҙем ҡулланыусыларҙың – 63, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүселәрҙең 64 проценты сихырға ышанмай.

Ә донъяла нисек икән? Pew Research Center үткәргән һорашыуҙарҙан билдәле булыуынса, планетала кәм тигәндә бер миллиард кеше сихырсыларға ышана. Ҡытай менән Һиндостан халҡынан ғына һорашмағандар. Ә унда яҡынса 2,8 млрд кеше йәшәй...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: