Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 13:15

"Пушкин картаһы"н йыл аҙағына тиклем ҡулланығыҙ

Был картаның иҫәбендә ятҡан 5 мең һумды йыл аҙағына тиклем тотонорға кәрәклеге иҫегеҙҙәме?

"Пушкин картаһы"н йыл аҙағына тиклем ҡулланығыҙ
"Пушкин картаһы"н йыл аҙағына тиклем ҡулланығыҙ

2023 йылдың 1 ғинуарында лимит яңыртыла, ләкин уҙған йылдың ҡалған өлөшө күсерелмәй.

"Пушкин картаһы" менән 44 меңгә яҡын сараға - экскурсияларға, күргәҙмәләргә, киносеанстарға, спектакль һәм концерттарға барырға мөмкин. Әйткәндәй, кинотеатр билеттарына лимит билдәләнгән: Пушкин картаһындағы 2 мең һумға тиклем генә аҡсаны киноға тотонорға мөмкин. Күңелеңә хуш килгән сараны культура.рф порталында vk.cc/cd9Os0 һайларға мөмкин.

"Пушкин картаһы"н кем юллай ала? 14 - 22 йәштәге йәш кешеләр.

Рәсмиләштергәндә картаға 5 мең һум аҡса күсерелә.

Карта юллау өсөн: - «Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһын күсереп алырға vk.cc/cdxs6o (бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш); - виртуаль йәки пластик картаны һайларға кәрәк. Виртуаль карта ҡушымтала уҡ бирелә. Пластик карта алыу өсөн Почта Банк бүлексәләренең береһенә барырға кәрәк буласаҡ. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС алыу мөһим.

Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: