Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 19:30

Ҡоштоң йөрәк- бауырынан рулет

Ҡаҙ-өйрәктәрегеҙ эшкәртелеп, һыуытҡысҡа инеп ятҡандыр. Ҡоштоң йөрәк-бауырынан ошондай рулет бешереп ҡарағыҙ.

Ҡоштоң йөрәк- бауырынан рулет
Ҡоштоң йөрәк- бауырынан рулет

 

Ҡаҙҙың ике бүтәгәһен, ике йөрәген, бер  бауырын ит турағыстан үткәреп, самалап тоҙ, һуған борос һалып, һуған, кишер менән яртылаш бешкәнсе ҡыҙҙырырға. Бер йомортҡаға самалап он, һыу ҡушып ҡамыр баҫып,  йоҡа ғына йәймә йәйәргә,  уға әҙер фаршты һалып, рулет итеп урарға һәм парҙа бешерергә. Эслеккә картуф та ҡушырға мөмкин.

Бик тәмле килеп сыға.

 

Фото: nashaplaneta.su

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: