Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 21:00

МИН ҺИНЕҢ МЕНӘН

  Хушлашыуҙар теләмәйем, Мин бөгөн һинең менән, Ҡайырып алып китәһең Йәнемде үҙең менән.   Юҡ, китмә тип әйтә алманым, Бәғерҙәр өҙөлһә лә. Ҡайтырһың бит яндарыма Һин иҫән-имен генә.   Киткән саҡта наҙлап ҡына Ҡосаҡтарыңа алдың. Эстән генә һин үҙең дә Һағыш утында яндың.   Ҡайтырмын мин, ҡайтырмын тип Вәғҙәләр биреп киттең, Көтөрмөн тип, көтөрмөн тип Мин дә бит һүҙҙәр бирҙем.   Юлдарыңда фәрештәләр Ҡанатын йәйеп торһон, Ҡуйыныңдағы доғалар Гел һине һаҡлап барһын.   Ҡайтсы, зинһар, әйләнеп бер Һин ҡабат илдәреңә, Көтә көндә бәғерҙәрең Торған нигеҙҙәрендә.   Юҡ, теләмәй минең йөрәк, Теләмәй хушлашыуҙы, Ҡабул итмәй минең йәнем Ғазаплы айырылыуҙы.   Булһын был тик ваҡытлыса, Бары тик һаубуллашыу. Тик яҙмаһын ғүмерлеккә Һинең менән хушлашыу. Илдар Ноғманов.

МИН ҺИНЕҢ МЕНӘН
МИН ҺИНЕҢ МЕНӘН

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: