"Был ҡайғыларҙы күтәрергә ата - әсәһенә, кәләше Аделинаға, ағаһы, апаһына, барлыҡ туғандарына Хоҙай тәғәлә көс бирһен. Тәлғәт ауылдаштарыбыҙ хәтерендә ихлас, көслө, ярҙамсыл, сибәр егет булып мәңгелеккә һаҡланыр.
Батырлығы һәм үҙен аямағаны өсөн Тәлғәт Кинйәбыҙов үлгәндән һуң Шайморатов генерал ордены менән бүләкләнде", - тип хәбәр иткәндәр ауылдың "Бәйләнештә"ге төркөмөндә.
Белешмә:
Тәлғәт Юлай улы 1995 йылдың 13 декабрендә тыуған. 2009 йылда Стәрлетамаҡта төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжын тамамлаған. 2013-2014 йылда әрмелә хеҙмәт иткән. Быйыл 26 сентяьбрҙә ул өлөшләтә мобилизацияға эләккән. Октябрь айында Пензалағы хәрби уҡыу урынында ҡатыны менән яҙылышҡан, 6 ноябрҙә һәләк булған.