Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 21:25

Инвалид бала тәрбиәләүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып

Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы  инвалид балаларҙың ата-әсәләренә йәки опекундарына  түләүле өҫтәмә ял көндәрен 24 көн рәттән ҡулланыу хоҡуғын бирә торған законды хупланы.  

Инвалид бала тәрбиәләүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып
Инвалид бала тәрбиәләүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып

 

Закон проекты авторҙары, был ял көндәре календарь йыл дауамында  элеге көндәрҙе туплау һәм күсереү иҫәбенә йыйылырға мөмкин, тип билдәләй.

 Ҡануниәттә ҡаралғанса, инвалид бала тәрбиәләүсе атай йәки әсәй аҙнаһына бер мәртәбә  түләүле ( уртаса эш хаҡы түләнә) ял алырға хоҡуҡлы ине. Хәҙер улар был көндәрҙе йыйып, отпуск кеүек йылына 24 көн ял итә аласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: