Ҡойроҡ умыртҡалыҡтың дауамы булып тора, 19-28 һөйәктән тора. Уның үҙәгендә арҡа мейеһе юҡ, шулай ҙа күп кенә нервыларҙың остары урынлашҡан. Ошо сәбәпле бесәйҙәр ҡойроҡтарынан тотҡанды яратмай.
Баланс өсөн:
Бесәй - йыртҡыс йәнлек. Ул йылғыр ҡошто йәки сысҡанды аулағанда ҡойроҡ ярҙамында тиҙ генә борола, туҡтай, һикерә ала. Ҡойма башынан, ботаҡтан - тар урындан атлағанда, бесәй ситкә янтайып ҡоламаҫ өсөн ҡойроҡты күтәреп, ҡапма-ҡаршы яҡҡа һала. Быны велосипед йөрөтөү менән сағыштырырға мөмкин - кеше уңға янтайһа, кәүҙәһен һулға эйелтә һәм сәпид тигеҙләнә.
Тап ҡойроҡ ярҙамында бесәй һикергәндән һуң бөтә тәпәйҙәренә килеп төшә. Һауала булғанда ул уның менән кәүҙәһен тигеҙләй.
Уй-ниәтте, кәйефте күрһәтеү өсөн:
Ҡойроҡ ярҙамында бесәйҙәр "аралаша". Әгәр ҙә аҫҡа төшөп, осо күтәрелгән булһа, был тыныс булыуҙы күрһәтә. Торба кеүек туп-тура өҫкә ҡараһа - бесәй үҙ-үҙенә ышана һәм шатлана. Осон уңға-һулға йөрөтһә - ҡыҙыҡһына йәки ҡурҡа. Ырғаҡ кеүек бөгөлһә йәки уңға-һулға һелтәнһә - бесәй ниңәлер асыуланған. Әгәр ҡойроҡ йөнө щетка кеүек тырпайһа, кәүҙә йөнө лә күтәрелһә - мыраубай һөжүм итергә йәки һаҡланырға әҙерләнә.
Йылыныу өсөн:
Һалҡындар төшһә йәки өйһә һыуыҡ булһа, бесәйгә ҡойроҡ йылынырға ярҙам итә. Улар уның менән морон-башты ҡаплай йәки тәпәйҙәре менән баҫып ултыра. Әгәр ҙә бесәй йоҡлағанда ҡойроғон кәүҙәһе тирәләй уратһа - көн һыуытасаҡ тигән һынамыш та бар.