Ултырышта РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге президиумы рәйесе, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, министрлыҡтар, дәүләт комитеттары, ведомстволар, муниципаль райондарҙың етәкселәре, уларҙың урынбаҫарҙары һ.б. ҡатнашты.
- Конкурстың төп маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын һаҡлау, алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы кәметеү, алкоголде ҡулланыуҙан үлем күрһәткестәрен кәметеү мәсьәләләрендә республика ауыл халҡының йәмәғәт әүҙемлеген, муниципаль берәмектәрҙең урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген дәртләндереү. Былтыр конкурста 1537 ауыл ҡатнашты. Бөгөнгө көнгә конкурстың муниципаль этабына 54 муниципаль райондан йәмғеһе 1120 ауыл ғариза биргән, - тип билдәләне Лира Иғтисамова.
Ултырыш тураһында тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/19602/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.