Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноября 2022, 05:00

Башҡортостан халҡы Айҙың Юпитер менән яҡынайыуын күрәсәк

1 һәм 2 декабрҙә Юпитер үҫеп килгән Ай янында күренәсәк. Был хаҡта Өфө ҡала планетарийынан хәбәр итәләр.

Башҡортостан халҡы Айҙың Юпитер менән яҡынайыуын күрәсәкБашҡортостан халҡы Айҙың Юпитер менән яҡынайыуын күрәсәк
Башҡортостан халҡы Айҙың Юпитер менән яҡынайыуын күрәсәк

1 декабрҙә кискеһен Юпитер Айҙан юғарыраҡ һәм һул яҡта күренәсәк. Ай бик тиҙ йөрөгәс (тәүлегенә 13 градус тиҙлектә), 2 декабрҙә ул – көнсығышҡа, Юпитер Айҙың уң яғына күсә.

 

Ай менән Юпитер көндөҙ үк ҡалҡа, ҡараңғы төшкәс, көньяҡ офоҡтан Балыҡтар йондоҙлоғонда күренә. Улар көнбайышҡа төнгө сәғәт  икенән һуң инә.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас