Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 16:00

“Балтика” салаты

Әллә ни күп аҙыҡ-түлек тә кәрәкмәй. Үҙенсәлекле килеп сыға.

“Балтика” салаты
“Балтика” салаты

6 бешкән йомортҡа, 1 банка шпрот, 100 г консерваланған кукуруз йәки йәшел борсаҡ, 1 баш һуған, майонез һәм петрушка кәрәк.

Йомортҡаларҙы, һуғанды, шпротты ваҡлап турарға ла барыһын бергә бутап, борсаҡ йәки кукуруз өҫтәргә һәм майонез һалып тағы бутарға. Салатты петрушка менән биҙәргә. Оҡшаһа, уны ла турап һалырға була.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: