Ҡыҙ балаға ҡарата көс ҡулланған ирҙе эҙләп табыр өсөн полицияның бөтә подразделениелары ла ҙур эш башҡарған. Алдан хөкөм ителгән 25 йәшлек ирҙе ҡасырға маташҡан сағында - аэропортта тотҡандар. Ул Бүрәт Республикаһынан йәйгелеккә Өфөгә эшләргә килгән булған, күрше йортта йәшәгән. Ирҙе ҡулға алғандар, уға ҡарата енәйәт эше асылған, ошоға оҡшаш енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.