Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноября 2022, 08:29

«Ҡышҡы һимереү»гә нисек ҡаршы торорға?

Шулай тип һорау бирә икән күптәр диетологтарға. Бәй, һимереүҙең дә миҙгеле була, имеш. Белгестәрҙең яуабы ябай ғына.

«Ҡышҡы һимереү»гә нисек ҡаршы торорға?«Ҡышҡы һимереү»гә нисек ҡаршы торорға?
«Ҡышҡы һимереү»гә нисек ҡаршы торорға?

Булмышыбыҙ шулай: көн ҡыҫҡара башлау менән беҙҙең биологик сәғәт тә (циркадные ритмы) шуға яраҡлаша һәм организм һалҡын миҙгелдә имен ҡалыу өсөн май тупларға керешә. Матдәләр алмашыныуы ла әкренәйә. Ҡайһы берәүҙәр ошо ваҡытта бер аҙ һимерә. Ә бәғзеләр нығыраҡ йыуаная. Һуңғыларында бер нисә сәбәп булыуы ихтимал. Мәҫәлән, D витамины етмәү. Ҡояш та бик сағыу булмай шул. Өҫтәүенә, ошо витамин етмәүе серотонин – бәхет гормоны – кәмеүенә килтерә. Тағы бер сәбәп: көҙөн-ҡышын кеше хәрәкәтләнеүен дә һүлпәнәйтә.

Нисек матур формала ҡалырға? Был һорау айырыуса ҡатын-ҡыҙҙы борсой.

Яп-ябай: йәшелсә-емеште күберәк ашарға, файҙалы майҙарҙан (улар иттә, балыҡта, йомортҡала, сәтләүектәрҙә, үҫемлек майҙарында, авокадола бар) баш тартмаҫҡа, фаст-фуд ашамаҫҡа, ризыҡты ҡурмаҫҡа (ҡыҙҙырып ашамаҫҡа йәғни), йәйәү йөрөргә, “тәртипле” йоҡларға (һәр хәлдә 4 – 5 сәғәт түгел инде).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас