Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 09:30

Үҙ улына 500 мең һумдан ашыу бурыслы

Стәрлетамаҡта бер ир 11 йәшлек улына 500 мең һумдан ашыу бурыслы. Был хаҡта Суд приставтары хеҙмәте хәбәр итә.

Үҙ улына 500 мең һумдан ашыу бурыслы
Үҙ улына 500 мең һумдан ашыу бурыслы

Ир үҙенең бәләкәй улын тәрбиәләүгә аҡса түләмәгән. Һөҙөмтәлә алимент буйынса 506 мең һум күләмендә бурысы йыйылған. Алиментсы административ, һуңынан енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Алименттарын түләмәгән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

Суд ултырышына ул бурысты ҡаплау өсөн кәрәкле сумма килтергән. Яҡтарҙың ярашыуы һөҙөмтәһендә енәйәт эше туҡтатылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: